Башҡортостанда сөсө һыу медузалары үрсегән 27.08.2016

Уларҙы Салауат ҡалаһы балыҡсылары Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары араһындағы Иҫке Үҙән күлендә тапҡан. Миллион йылдар аша һыу тереклеге нисек бөгөнгә тиклем һаҡланған?

Башҡортостанда ысынлап та, медузалар бармы? Беҙ шаҡ ҡатырғыс  яңылыҡҡа дәлил эҙләп Стәрлетамаҡ һәм Ишембай  ҡалалары араһында урынлашҡан Иҫке Үҙән күленә юлландыҡ. Тап ошонда медузалар йәшәй  тип раҫлаусы балыҡсы Андрей Степанов менән кәмәлә күлгә төшәбеҙ. Ҡамыштар араһынан байтаҡ йөҙөп барғас, күл төбөнән төймәләй генә йән эйәләре йөҙөп килеп сыға башланы. Беҙ уларҙы ҡул менән тотоп тоҡсайға тултырҙыҡ. Шыуып төшөп баралар, тотоу еңел түгел. Етмәһә, бер ниндәй ҙә һауыт алмағанбыҙ. Сәғәт ярым эсендә күл буйлап йөҙөп йөрөп егермеләп медуза йыйыуға өлгәштек.  
Салауат ҡалаһында йәшәүсе Андрей Степанов һөйләүенсә, был йән эйәләре күлдә электән булған, балыҡсылар һәм һыу инергә килеүселәр уны белгән. Күпләп үрсеүҙәре быйыл йәй июлдә күҙәтелгән. Бигерәк тә эҫе көндәрҙә һыу өҫтөнә өйөрө менән ҡалҡалар,  ти ул.  
Андрей Степанов, Салауат ҡалаһында йәшәүсе: «Балыҡсы таныштарым ҡайтып быйыл күлдә медузалар күп тине. Мин зоология институтына шылтыраттым. Бында шихандар яҡында ғына бит, диңгеҙҙән тороп ҡалғандарҙыр».
Анастасия Степанова, Андрей Степановтың ҡыҙы «Беҙ тотҡан медузаларҙы өйгә алып ҡайтҡайныҡ. Балыҡтарға ашата торған ем бирҙек, уға теймәнеләр. Биш-алты көндән үлделәр».
Медузалар табылыуы бер мөғжизә булһа, алда тағы икенсеһе тора-  уларҙың серен асыу.  Башҡортостанда был тереклектәрҙе өйрәнеүсе зоологтар  юҡ икән.  
Беҙҙең  медузаларҙың ниндәй төргә ҡарағанын тикшереү һәм фәнни яҡтан өйрәнеүгә  Рәсәй ғалимдары ярҙамы талап ителә.    
Виктор Валуев, экология экспертизаһы һәм биомәғлүмәт технологиялары институты етәксеһе «Был донъяуи кимәлдәге сенсация тип әйтергә була. Медузалар борон замандағы фауна тереклектәре. Миллион йылдар буйы нисек һаҡланып ҡалғандар һәм ниңә тап шул ҙур булмаған һыу ятҡылығында ғына йәшәргә яраҡлашҡандар? Быны асыҡлайһы бар. Беҙ Рәсәйҙең  төрлө фәнни-тикшеренеү институттарына хаттар ебәрҙек. Бәлки, сит ил ғалимдарын йәлеп итеү ҙә кәрәк булыр».
Сөсө һыуҙа йәшәүсе медузалар алты йыл элек Мәскәүҙәге һыу ятҡылығында ла  табылған. Ул саҡта ла  был тропик йәнлектәрҙең  үрсеүе  2010 йылдағы аномаль эҫе  йәй ваҡыты менән тап килә. Ғалимдар  фаразлауынса, миллион йылдар аша беҙгә килеп етеүсе медузаның күбәйеүенә һауа шарттарының да йоғонтоһо  бар.
Медуза таҙа ятҡылыҡтарҙа  ғына йәшәй, ундағы тереклек менән туҡлана.  Ғалимдар фекеренсә, ғүмер оҙонлоғо ике йылдан алты йылға тиклем. Уның  шыйыҡ ҡына тәне, һәрмәүестәре һәм ауыҙы бар.  95 процент һыуҙан, 3-4  процент тоҙҙан һәм  1-2  процент аҡһымдан тора.Медузалар бынан 650 миилион йылдар элек барлыҡҡа килгән. Тимәк, улар динозаврҙарҙан да  боронғораҡ.   Кескәй генә был тереклектәр миллион йылдарҙан  нимә хаҡында ауаз һала, ни өсөн беҙҙең тыуған яҡты төйәк иткәндәр, мөғжизәне асыу бурысы тора.    

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика