Башҡортостанда «Мотоцикл» операцияһы башланды 17.05.2016

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике тәгәрмәсле транспорт сараһында йөрөүселәрҙе тикшерә. Әле республикала йөҙ меңдән ашыу мотоцикл теркәлгән. Теркәлмәгәндәре тағы ла күберәк, ти инспекторҙар. Дәүләт номерҙары булмағандарына айырыуса иғтибар биреләсәк. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, тап рәсми теркәлеүҙән ҡасып йөрөгән водителдәр аварияларға йыш осрай.

Байкерҙар армияһы Башҡортостанда йылдан-йыл арта ғына. Әле республикала теркәлгән мотоциклдар һаны йөҙ меңдән ашҡан. Вадим Уҫманов та ике тәгәрмәсле транспортта йөрөүселәр сафын тулыландырырға иҫәп тота.
Вадим Уҫманов: «Мотоциклда елдереү күптәнге хыялым ине. Бына ике көн элек кенә һатып алдым. Шундуҡ теркәргә булдым. Номер алмайынса ғүмер буйы ҡасып йөрөп булмай бит инде. Хәҙер малай -шалай түгелмен».
Ләкин бөтә байкерҙарҙы ла Вадим шикелле аңлы һәм закон тыңлаусан тип әйтеп булмай. Һалымдар юғары, страховка ҡиммәт тигән кеүегерәк һылтау табып бәғзеләр номерһыҙ йөрөүҙе хуп күрә. Ә ысынында иһә сәбәп бер. Бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ҡағиҙә боҙоу һәм штрафтарҙан ҡасыу. «Мотоцикл» операцияһы ошондай «тәртипһеҙҙәрҙе» асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Был эштәр байкерҙар миҙгеле ябылғансы дауам итәсәк.
Ләкин көндөҙгө рейдтар барышында бер генә ҡағиҙә боҙоусы ла булманы. Юлда тик әҙәпле байкерҙар. Таныҡлыҡһыҙ, каскаһыҙ,  теркәлмәгән мотоциклдарҙа йөрөүселәр юлдарға эңер төшкәс  сыға башлай. Ундайҙарҙы туҡтатыуы ла икеле.
Шулай ҙа операцияның тәүге көндәрендә генә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүсе йөҙҙән ашыу мотоцикл водителен туҡтатҡан. Уларҙың унауһы руль артына иҫерек килеш ултырған. Күптәренең мотоцикл йөрөтөүгә таныҡлыҡтары ла булмаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика