Башҡортостанда Монголия умартасыһы Нарантуйя Жамсранжав инә ҡорт сығарырға өйрәнә 16.05.2016

Ул Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Архангел районы умарталығында аҙна дауамында дәрестәр алған. 2014 йылда  республиканан Монголияға 800 умарта күсе оҙатылғайны. Сит ил ҡунағы башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын  ҡарау, инә ҡорттарын үрсетеү серҙәренә төшөндө.  

Инә ҡорт көслө булһа, күс тә ныҡ була. Тоҡом сифаты инә ҡортто дөрөҫ үрсетеүгә бәйле. Нарантуйя умартасылыҡ менән икенсе йыл ғына шөғөлләнә. Монголия ҡунағы  үҙе лә башҡорт тоҡомло бал ҡорттары аҫырай.  Башҡортостандан Монголияға ебәрелгән 800 күстең тиҫтәһе һатып алған.
Нарантуйя Жамсранжав, умартасы: «Башҡорт тоҡомло бал ҡорттары сыҙамлы, ҡышты яҡшы сығалар, әҙерәк уҫалдар ҙа, бик яҡшы ҡорттар, беҙҙең климатҡа өйрәнделәр. Бына хәҙер инә ҡорто сығарырға өйрәнергә килдем. Башҡорт умартасылары яҡшылап аңлатты, рәхмәт уларға. Монгол телендә лә бал һүҙе бал, ә бал ҡорто цгуки».
Инә ҡорт сығарыу үтә лә нескә һәм ҡатмарлы эш. Умартасы һәр көндө, сәғәте менән иҫләргә тейеш. Инә ҡорт һалған күкәйҙәрҙе умартанан алып лабораторияға индерәләр. Үҙәктә һигеҙенсе йыл инде  «Никет» тип аталған алым менән эшләйҙәр. Шуныһы ҡыҙыҡлы, был эштә француз йыһаздары ҡулланыла. Инә ҡорто рамға урынлаштырылған махсус  урынға күкәй һалғандан һуң, уны лабораторияла  һауыттарға күсереп артабан  тәрбиәсе ҡорттарға бирәләр.  
Һуңғы ваҡытта сит төбәктәрҙең бал ҡорттарын күпләп  килтереү хафаға һалғайны.  Тап ошо ысул таҙа,  сифатлы Бөрйән ҡортоноң башҡорт тоҡомон үрсетергә ярҙам итә. Инә ҡорт ун алты көндә өлгөрә, уны алып үҙәктең умарталыҡтарына ебәрәләр.  Бер аҙнанан ашыу эшһеҙ торһа,  ҡорт һәләк була.
Нарантуйя әйтеүенсә, әле Монголияла ҡортсолоҡ кәсебе әүҙем тергеҙелә. 2009 йылдан алып  Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге был илгә ике тапҡыр бал ҡорттары ебәрҙе.
Шәфҡәт Таңғатаров, умартасылыҡ буйынса дәүләт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары: «Тап беҙгә умартасылыҡ серҙәрен өйрәнергә килеүҙәре осраҡлы түгел. Монголия менән Башҡортостан араһында умартасылыҡ буйынса тәжрибә уртаҡлашыу өс-дүрт йыл буйы  дауам итә».
Башҡорт балы - республикабыҙ бренды. Ул сит илдәрҙә юғары баһалана. Рәсәйҙең ҡайһы ғына төбәгендә йәшәһә лә, һәр кем юғары сифатлы, шифалы бал хаҡында һүҙ барыуын аңлап тора.  Был өлкәлә сит илдәр менән хеҙмәттәшлек  умартасылыҡ тармағын үҫтереүгә  булышлыҡ итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика