Башҡортостанда «Лента», «Метро», «Ашан», «Окей», «Магнит» кеүек федераль һәм халыҡ-ара сауҙа селтәрҙәренең эш ваҡытын киске сәғәт етегә тиклем сикләүҙәре ихтимал

Башҡортостанда «Лента», «Метро», «Ашан», «Окей», «Магнит» кеүек федераль һәм халыҡ-ара сауҙа селтәрҙәренең эш ваҡытын киске сәғәт етегә тиклем сикләүҙәре ихтимал 16.12.2015

Ошондай башланғыс менән республиканың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты эргәһендәге йәмәғәт советы ағзалары сығыш яһаны. Шулай уҡ  баҙарҙағы ваҡлап сауҙа итеү өлөшө 10 проценттан артҡан төбәк магазиндарының эш ваҡытын ял һәм байрам  көндәрендә  киске сәғәт туғыҙға тиклем ҡыҫҡартыу ҡарала.

Бындай сара конкурентлыҡ мөхите булдырырға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫешенә имен шарттар тыуҙырырға ярҙам итәсәк. Был үҙ сиратында бәләкәй магазиндарға табыштарын арттыррыға мөмкинлек бирәсәк. Әле республикалағы эре селтәрҙәр ҙур табыш алыуҙарына ҡарамаҫтан һалымды ситтә түләй. Шуға ла бындай үҙгәрештәр бәлки уларҙың хужаларына үҙ магазиндарын Башҡортостанда теркәр тигән ышаныс бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку