Башҡортостанда Красноярскиҙан килеп, контракт буйынса хеҙмәт иткән һалдат юғалған 05.12.2016

Беҙҙең редакцияға Дмитрий Черныховскийҙың әсәһе ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Ҡатын  улы менән һуңғы тапҡыр июль башында аралашҡан. Егет Ватан алдындағы бурысын Әлкә-2 хәрби часында үтәгән булған.

Туғандарына ул,  тиҙҙән судтар  тамамланыу менән  отпускыға сығам, тип хәбәр иткән. Әммә ни өсөн һәм ниндәй осраҡ буйынса суд ултырыштарында шаһит булараҡ йөрөүе хаҡында егет  өндәшмәй.  Яҡындары һалдаттың хеҙмәт урынынан ҡасыуы тураһындағы версияны  инҡар итә. Хәрби тәфтиш прокуратураһынан алынған мәғлүмәт буйынса, ваҡытында хеҙмәт урынына ҡайтмауына бәйле,  Дмитрий Черныховский менән контракт  22 июлдә туҡтатылған.
Әгәр ҙә һеҙ Дмитрийҙың юғалыуы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ, йә 13 июлдән һуң уны күргән булһағыҙ, егеттең әсәһенә мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала. Татьяна Черныховскаяның телефон һандары экранда күрһәтелгән: 89059970915. Шулай уҡ беҙҙең редакцияға ла шылтыратырға була - 8347 292 74 80.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика