Башҡортостанда коррупциянан яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил барлыҡҡа килеүе мөмкин

Башҡортостанда коррупциянан яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил барлыҡҡа килеүе мөмкин 12.01.2015

Был турала бөгөн Республика башлығы прокуратура көнөнә арналған тантанала белдерҙе. Был вазифаны биләүсе власть органдары һәм хоҡуҡ һағында тороусылар менән берлектә эшләйәсәк. Рәстәм Хәмитов әйтеүенсә, был тәңгәлдә эште камиллаштырыу мөһим, сөнки былтыр ғына  хоҡуҡ һаҡлау органдары 800- ҙән ашыу коррупция, йөҙҙән ашыу ришүәт биреү осрағын асыҡлаған. Тантанала прокуратура хеҙмәткәрҙәренә башҡа бурыстар ҙа билдәләнде. Байрам айҡанлы  бөгөн Башҡортостан прокуратураһында музей ҙа ишектәрен асты.  

Форма үҙгәрә, маҡсаттар шул килеш ҡала.   293 йыл   элек  Петр беренсенең указы буйынса барлыҡҡа килгән прокуратура системаһы  бөгөн дә закондар үтәлешен күҙәтеүсе, хоҡуҡ һағында тороусы төп  хеҙмәт булып һанала.  Башҡортостан  прокуратураһының музейында  ошо өс быуатлыҡ бай тарихты сағылдырған экспонаттарҙы күрергә мөмкин. Оҙайлы йылдар был системала эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Рим Солтанбәков фекеренсә, тарих йәштәр өсөн һабаҡ.
Музейҙа тарихи ҡомартҡылар  прокуратура архивынан да, шәхси һандыҡтарҙан да йыйылған. Был эш йылдан ашыу дауам иткән.
Элекке фотоһүрәтттәр, документтар,  кейем өлгөләре.  Музейҙа Башҡортостан  прокуратураһының тарихын һәм бөгөнгөһөн сағылдырған йөҙҙәрсә экспонат тупланған. Шуларҙың береһе ошо баҫыу машинкаһы. Борон компьтерҙар булмаған заманда документтарҙы төндәр буйы ошондай  машинкаларҙа баҫа инек, ти хоҡуҡ һағында тороусылар.
Хәҙер шарттар башҡа, заман уңайлыҡтары эште еңеләйтә, тик хоҡуҡ һағында тороусыларға тынысланырға ирек юҡ.  Прокуратура хеҙмәткәрҙәре  иҡтисади һәм социаль өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙар, енәйәтселек, коррупцияға һәм экстремизмға ҡаршы көрәш кеүек мөһим  йүнәлештәр буйынса эш алып бара.  Бигерәк тә бюрократик кәртәләрҙе емереү,  торлаҡ-коммуранль системала тәртип урынлаштыру, етемдәргә торлаҡ биреү эшен яҡшыртыуҙа системаның эше баһалап бөткөһөҙ, тине Рөстәм Хәмитов. Башҡортостандың прокуратураһы  илдә иң һөҙөмтәле эшләгәндәрҙән һанала, шул уҡ ваҡытта хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел.
Башҡортостан прокурорҙары былтыр  178 мең закон боҙоу осрағын асыҡланған.  Был тәңгәлдә хоҡуҡ һағында торусыларҙың  эш хаҡы буйынса бурыстарҙың ғына 400 миллион һумын түләтеүгә ярҙам итеүен атап үтеү ҙә етә. Тантанала уңышлы эшләгән  100-ҙән ашыу хеҙмәткәрҙәргә  юғары наградалар, рәхмәт хаттары ла тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында   республиканың холоҡ төҙәтеү учреждениелары буйынса прокуроры урынбаҫары Азат Зөлҡәрнәев та бар.
Прокуратура системаһы алдында киләсәктә лә мөһим бурыстар тора. Эшта камиллаштырыу өсөн Республикала коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил  дә эшләй башлауы ҡарала. Ҡайһы бер төбәкәтәрҙә был вазифа булдырыған да инде. Ул власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә эшләйәсәк.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку