Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә

Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә 09.01.2016

Федераль статистика хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы 2015 йылдағы тыуым күрһәткестәрен иғлан итте.

Мәғлүмәткә ярашлы, 2015 йылдың ғинуарынан алып ноябргә тиклем Туймазыла  1 800-гә яҡын сабый тыуған. Шул иҫәптән, Туймазы ҡалаһында - меңдән ашыуыраҡ, ауыл биләмәләрендә - 676 бала донъяға килгән. Белорет районында былтыр 11 айҙа 1 400-ләп сабый тыуған. Бәләбәй, Ишембай һәм Учалы райондары ла тыуым күрһәткестәре буйынса бер меңлек сикте үткән. Ҡала округтарына килгәндә, республиканың иң ҙур ҡалаһы - Өфө тәүге урында килә. Баш ҡалала 16 300-ҙән ашыу бала тыуған. Стәрлетамаҡта- 3 910, Нефтекамала 2 104 сабый донъяға килгән. Республика буйынса уҙған йылдың 11 айында 53 600-ләп бала тыуған. Статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, төбәктә халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку