Башҡортостанда көрсөккә ҡаршы үҙәктәр барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостанда көрсөккә ҡаршы үҙәктәр барлыҡҡа киләсәк 31.03.2016

Күмертау, Межгорье ҡалаларында һәм Алексеевка ҡасабаһында ойоштороласаҡ үҙәктәргә ауыр тормош хәлендә ҡалғандар мөрәжәғәт итә ала. Эш урынынынан ҡыҫҡартылған, ғаиләлә яҡлау тапмаған һәм башҡа категория граждандарына ярҙам күрһәтеү ҡаралған.

Уларға тормошта үҙ урынын табыу буйынса уҡыуҙар үткәреү, кейем-һалым, кәрәк-яраҡтар менән ярҙам итеү күҙаллана. Ошо йүнәлештә республикала 2010-2011 йылдарҙа ла эш алып барылды.  Рәсәй буйынса ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам күрһәтеү өсөн бүленгән грант ярҙамында Ағиҙел, Күмертау һәм Межгорье ҡалаларында можтаждарға аҙыҡ-түлек кәрзине, уҡыу өсөн түләүҙәр, йорт эсендә төҙөкләндереү кеүек хеҙмәттәр күрһәтелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика