Башҡортостанда күп һанлы гәзит-журналдар баҫыла, радио, телевидение каналдары эфирға сыға 05.12.2014

Уларҙың эшен контролдә тотоу өсөн бөгөн махсус ижтимағи совет ойошторолдо. Кәңәшмә орган Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡарамағында эшләйәсәк. Уның рәйесе итеп күренекле яҙыусы Камил Йыһаншин тәғәйенләнде.

Нәшер ителгән баҫмалар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй. Уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса фекерҙәр ҙә төрлө. Баҙар мөнәсәбәттәре тармаҡтағы эшмәкәрлекте лә ҡатмарлаштыра. Агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов әйтеүенсә, дәүләт программаһының асылы - бөтә киң мәғлүмәт сараларына ла бер тигеҙ ярҙам итеү. Республикала алдағы биш йылда киң матбуғат сараларын һәм китап нәшер итеүҙе  үҫтереү буйынса проект тормошҡа ашырыласаҡ. Ул  йәштәрҙә китапҡа һөйөү уятыуға йүнәлтелгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика