Башҡортостанда «Ике әсир» фильмы донъя күрҙе

Башҡортостанда «Ике әсир» фильмы донъя күрҙе 13.07.2015

Экран әҫәре Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Польшала ерендәге үлем лагерҙары, әсирлеккә алынған кешеләр яҙмыштары тураһында. Фильмдың төп геройҙарының береһе Заксенхаузен лагере әсире Йәүит Кузеев Өфөлә йәшәй.

Йәүит Кузеев әсирлек йылдары хаҡында фашистарға ҡарата нәфрәтһеҙ һөйләй алмай. Һуғыш ваҡытында уның дүрт йыл ғүмере үлем лагерында үтә. Ас-яланғас, ҡарағай онтағынан бешерелгән икмәк меннә генә туҡланып, ул көнө-төнө ауыр эшкә егелә. Дүрт йыл буйы ул үлем ҡурҡынысы аҫтында йәшәй.
Шул шарттарҙа ла Йәүит Кузеев фашистарға ҡаршы көрәшә. Лагерҙа әсирҙәр араһында йәшерен төркөм ойошторола. Улар деталдәргә юнысҡы тығып, машиналарҙы, завод ҡорамалдарын эштән сығара. Әсирҙәр һис ҡасан бер-береһен һатмай. Ауыр тормош һынауҙары үткән ветеран, унынсы тиҫтәһен ваҡлағанда ла, төшөнкөлөккә бирелмәй. Дәһшәтле йылдарҙың тере тарихы килер быуындар был йылдарҙы онотмаһын ине, тип тырыша. Хоҙай уға оҙон ғүмер бирә - бергә әсирлеккә төшкән 500 кешенән һуғыш бөткәнсе Йәүит Кузеев һәм уның дуҫы ғына иҫән ҡала.
Яңыраҡ Германия режиссеры, яҡташыбыҙ Нәсүр Йөрөшбаев ветеранға фильмда төшөргә тәҡдим итә. Унда немец фашистары һәм совет ғәскәрҙәренең әсирлек лагерҙары сағыштырыла. Фильмдың икенсе геройы Вальтер Альшевский. Ул совет лагерына пленға алына. Әммә Йәүит Кузеевтан айырмалы, фашист илбаҫары, үҙенең әсирлек осорон ҡәнәғәтлек менән иҫкә ала. .
Вальтер Альшевский, совет лагеры әсире: «Әсирлектә булмаған да кеүекмен. Беҙгә бик күп нәмәләр рөхсәт ителә ине. Бөгөн дә аптырап ҡуям.Лагерь минең өсөн тормош мәктәбе булды. Күберәк эшләгән һайын, ашарға сало, балыҡ һәм икмәк ала инек. Ҡайһы берҙә ҡаршы ла килә инек».
Фильм Германияла ҙур уңыш ҡаҙана. Әле уны француз һәм инглиз теленә тәржемә итеү буйынса эш башланған. Был режиссер Нәсүр Йөрөшбаевтың Башҡортостанда төшөрөлгән икенсе фильмы. Ике герой - ике төрлө лагерь әсирҙәре, бер-береһен экранда ғына күргән. Шуға ҡарамаҫтан, йәүит Кузеев дошманы менән осрашыуҙан баш тартмай.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку