Башҡортостанда ике меңдән ашыу Ҡатын-ҡыҙҙар советы эшләй 17.12.2015

Уларҙың күбеһе ауылдарҙа урынлашҡан. Гүзәл заттар көнкүреш мәсьәләләрҙе хәл итә, халыҡты борсоған проблемаларҙы күтәрә. Бөгөн Республика Ҡатын-ҡыҙҙар союзы йыл дауамында башҡарылған эшкә йомғаҡ яһап, киләсәккә маҡсаттар билдәләне.

Ҡатын-ҡыҙҙар союзының иң уңышлы проекттарының береһе һыу һәм ерҙе һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуйған автосәйәхәт. Акция барышында 100-ҙән ашыу йылға-күлдәр сүп-сарҙан таҙартылған. Парктар, һәйкәлдәр, тәбиғәт ҡурсаулыҡтары тәртипкә килтерелгән. Шулай уҡ «Ҡатын-ҡыҙҙар атайҙар советы өсөн» проекты сиктәрендә республиканың 40 районында ир-егеттәр союзы булдырылған. Уның сиктәрендә атайҙар форумы ойошторолған. Һуңғы йылдарҙа уҙғарылған «Эсмә, әсәй!» проекты ярҙамында хәмер менән дуҫлашыусы ғаиләләргә профилактик саралар, акциялар, ултырыштар уҙғарылған. Ҡатын ҡыҙҙар советы ағзалары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы көслө заттарҙы Еңеүҙең 70 йыллығы менән тәбрикләп, бүләктәр ҙә тапшырған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика