Башҡортостанда Фән һәм техника өлкәһендә премия лауреаттары 150 мең һум аласаҡ

Башҡортостанда Фән һәм техника өлкәһендә премия лауреаттары 150 мең һум аласаҡ 04.04.2016

Республикала Фән һәм техника өлкәһендә республика йәштәр премияһына конкурс иғлан ителде. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, документтар 1 апрелдән 1 июлгә тиклем ҡабул ителә. Ике йылға бер тапшырылып килгән премияның күләме 150 мең һум. Конкурста 35 йәшкә тиклемге ғалимдар, шулай уҡ фәнни коллективтар ҡатнаша ала. Дәүләт премияһы тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр номинацияларында тапшырыла.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика