Башҡортостанда етештерелгән Африка техникаһы 11.12.2015

Көньяҡ Африканың Нефтекама «Нефаз»ы менән берлектәге проекты сәнәғәт һынауҙарын үтеүен дауам итә. «Белл» самосвалы быйыл йәй Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарында күргәҙмәгә сығарылып, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эш башлай. Машина бөгөнгө көнгә тиклем ватылмайынса 800 ашыу сәғәт юл үткән.

350 метр тәрәнлектә ер аҫтында. Тап ул «Белл» самосвалының эш урыны. Карьерҙа  һауа етмәүгә ҡарамаҫтан, кабинала бер ниндәй еҫ тә, саң да юҡ. Бактағы яғыулыҡ күләме, кузовтағы буш урын хаҡында компьютерлаштырылған техника хәбәр итә.
Тәүлегенә самосвал бормалы-бормалы текә тау юлы буйлап егермегә яҡын рейс яһай. Әлеге көнгә 800-ҙән ашыу мотосәғәт һынау үткән. Тик уның әлегә ҡырыҫ Урал шарттарында эшләй алыры билдәһеҙ. Сөнки техниканың тыуған ерендә уртаса һауа температураһы Цельсий шкалаһы буйынса 50 градус тәшкил итә. Карьерҙа ла шул уҡ температура, тик түбән кимәлдә. Шуға ла «Белл» самосвалын һынауҙы ҡыш уртаһына тиклем дауам итеү бурысы ҡуйылған.
Михаил Казаков, Башҡортостан хөкүмәтенең тәбиғәттән файҙаланыу һәм сәнәғәт бүлеге етәксеһе урынбаҫары: «Был техника «Билаз» машинаһына оҡшаш. Белоруссия. Беҙҙең күрше төбәк булараҡ импортты ҡайғыртырға кәрәк. Был йәһәттән «Белл» самосвалы бик тә отошло. Әгәр инде ул беҙҙең төбәктә күпләп етештерелә башлаһа, эш урындары ла артыр ине. Машина эшләү сәнәғәте лә киң ҡолас йәйеүе лә ихтимал. Көньяҡ Африкала етештерелгән, Рәсәйҙә эшләнгән тигәне лә бит ниндәйҙер ғорурлыҡ уята».
Был самосвалдың йөк күтәреүсәнлеге 40-ҡа яҡын тонна тәшкил итә, кузов күләме - 23 кубометр. Көньяҡ Африка Республикаһы һәм Нефтекама «Нефаз»ы менән берлектә етештерелгән был берҙән-бер төр. Уның һынау һөҙөмтәләренә ҡарап, күпләп сығарыу һорауы әлегә асыҡ ҡала.  
Предприятие карьер эштәрендә ауыр, нигеҙҙә Европа етештерелгән техника ҡуллана. Әммә әлеге иҡтисад шарттарҙа импортты алмаштырыу бурысы ҡуйылды. Шуға күрә, «Нефаз» машина эшләү предприятиеһының «Белл» самосвалын контроль аҫтына алды ла инде. Әммә уның һөҙөмтәлеге һәм ышаныслығы хаҡында һығымта яһарға иртәрәк әле. Шуға күрә, тау сығарыу шарттарында һынау йыл аҙағынаса дауам итәсәк, тип билдәләне комбинат етәкселеге.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика