Башҡортостанда етемлекте иртә татып, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 14 меңдән ашыу бала иҫәпләнә

Башҡортостанда етемлекте иртә татып, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 14 меңдән ашыу бала иҫәпләнә 25.04.2015

Уларҙың  92 проценты патронат ғаиләләрҙә тәрбиәләнә. Үкһеҙ етем ҡалғандарҙы олатай-өлөсәйҙәре, яҡын туғандары үҙ ҡанатына алыуы яҡшы ғәмәлдәрҙән һанала.

Бер кемгә лә сер түгел, халыҡ араһында тәрбиәгә бала алыусы ғаиләләргә ҡарата ҡапма-ҡаршы  ҡараш йәшәй. Берәүҙәр уларҙы хуплай, икенселәр ата-әсәһеҙ сабыйҙарҙы  ҡара  эш   һәм аҡса  өсөн тоталар тигән фекерҙә. Ете ят нәҫелдән булған балаларға күңел йылыһын, мөхәббәтен йәлләмәгән ғаиләләрҙең бәҫен күтәреү   юлы - улар араһында аралашыу, изге эштәрҙә ярыш ойоштороу. Тап шуның өсөн дә республика күләмендә «Минең йортома-тыныслыҡ» конкурсы үткәрелә.
Тәүгә үткәрелгән конкурс тәрбиә, әҙәп, әхләҡ, ижад, спорт һәм музыка өлкәһендә балаларға үҫеш юлын асырлыҡ  өлгөлө ғаиләләрҙе табырға ярҙам итә. Республикала етем бала тәрбиәләүсе  ун бер меңдән ашыу ғаилә бар. Уларҙың һәр береһенең үҙ традициялары һәм тәрбиә алымдары...
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортонда үткән   сарала  28  ғаилә ҡатнашты. Өс этапта ойошторолған  конкурсҡа ғаиләләр үҙҙәренең тормошон, йәшәйешен сағылдырған  видеороликтар төшөргән, ҡул эштәрен әҙерләгән. «Бер ғаилә тарихы» йүнәлешендәге теманы яҡлап Ҡариҙелдән Зиннуровтар, Белореттан Йомағужиндар беренсе дәрәжә дипломдар яуланы. Нәзиуллиндар, Смирновтар, Гәрәевтар  конкурста Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланды. «Ғаилә оҫтаханаһы» номинацияһында Хәйбулланан Исрафиловтар ғаиләһе беренсе урынға лайыҡ булды. Бар яҡлап та өлгө күрһәтеүселәр бер-нисә тапҡыр сәхнә түренә саҡырылды. Конкурстан ғаиләләр һәм уларҙа тәрбиәләнеүсе балалар яҡшы кәйеф, күтәренке рух алып таралды.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку