Башҡортостанда эҫе һауа торошо дауам итә 25.05.2016

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй, һауа температураһы көндөҙ 29-30 градусҡаса күтәрелеүе күҙаллана. Шуға ла табиптар  йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланыусыларға, оло йәштәгеләргә һәм йөклө ҡатындарға ҡояш аҫтында йөрөмәҫкә кәңәш итә. Күберәк таҙа һыу эсергә кәрәк. Бындай һауа торошо республикала аҙна аҙағына тиклем торасаҡ. Уның иң юғары температураһы йомаға тура килер тип көтөлә. Аҙна аҙағында республиканың төньяғында йәшенле ямғыр яуыуы һәм елдең көсәйеүе ихтимал.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика