Башҡортостанда әҙәбиәт йылын иң яҡшы яҡтыртыуға киң мәғлүмәт саралары араһында конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда  әҙәбиәт йылын иң яҡшы яҡтыртыуға киң мәғлүмәт саралары араһында  конкурс иғлан ителде 11.03.2015

Конкурста республика, ҡала, район гәзит-журналдары  мөхәрриәттәре, телевидение,  радио, электрон  мәғлүмәт сараларының ижади коллективтары һәм айырым авторҙар ҙа ҡатнаша ала.

Бәйгегә  2015 йылдың 1 ғинуарынан 15 ноябргә тиклем баҫылған, йә эфирға сыҡҡан материалдар ҡабул ителә. Мәҡәлә, репортаж, интервью, нәҫер һәм башҡа жанрҙарҙа сыҡҡан материалдарҙың республикала йәшәгән халыҡтар телдәрендә ижад ителеүе  мөмкин. Гәзит-журналдарҙа  баҫылғандары төп нөсхәлә, ә телевизион һәм радиотапшырыуҙар  СD-дискта йәки юсби форматында текст менән бергә ҡабул ителә.
Конкурстың ҡағиҙәләре Башҡортостандың  матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары  агентствоһы  һәм Журналистар Союзының сайттарында күрһәтелгән. Конкурсҡа материалдар  2015 йылдың 10 ноябренә тиклем Өфө ҡалаһы,Киров урамы, 45-се йортта ҡабул ителә, бәйләнеш өсөн телефон (347) 218-07-72.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку