Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы эмблемаһына иғлан ителгән республика конкурсы бөгөн тамамланды 15.01.2015

Бәйгеселәр ошоға тиклем  проекттарын  Мәҙәниәт министрлығының сайтына ебәрә алды.

Әҙәбиәт йылы эмблемаһы бәйгеһенә республика район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу кеше үҙ эшен ебәргән. Улар араһында балалар  ҙа бар. Конкурсанттар эштәрендә китап, ҡәләм, Башҡортостан флагын, ҡурайҙы символлаштырырға тырышҡан.  Иртәгә комиссия иң уңышлы эштәрҙе билдәләй. Ә еңеүсегә матди дәртләндереү  ҡаралған.
Әҙәбиәт йылына рәсми старт 30 ғинуарҙа бирелә. Ошо көндән республика буйынса «Мәҙәни мозаика» тип аталған марафон старт ала. Йыл штандарты - китап барлыҡ район-ҡалаларҙы урап сығырға тейеш.  Эстафетаны тәүгеләрҙән булып беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың  тыуған төйәге - Ғаури районы ҡабул итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика