Башҡортостанда бер генә  коллектор ойошмаһы эшмәкәрлегенә лә рөхсәт бирелмәне 14.01.2017

Был иҫкәрмә  республика биләмәләрендә эшләүсе федераль компанияларына ғына ҡағылмай. 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә бурыстарҙы йыйыусылар хаҡында ҡанун ҡәтғиләште.

Бурыстар менән шөғөлләнеүсе коллекторҙар дәүләт реестрына инергә тейеш. Был реестрға инмәгән компанияларға илдә эшләү хоҡуғы бирелмәй. Белгестәр билдәләүенсә, бындай аҙым коллекторҙарҙың  эшмәкәрлеген  тәртипкә килтерәсәк. Бурыслыларҙы туҡтауһыҙ  телефондан  һәм осрашыуҙар менән маҙалаусы, янаусы коллекторҙарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. .Хәҙер граждандар ғариза яҙып коллекторҙар менән хеҙмәттәшлек итеүҙән  бөтөнләй баш тарта ала. Бурыс йыйыусылар бурысы булғандарға хәҙер бик йыш шылтыратыу хоҡуғын кәметелә һәм осрашыуҙар аҙнаһына бер генә тапҡыр рөхсәт ителә.
Руслан Шерстнев, Башҡортостандың баш суд приставы урынбаҫары: «Бурыстар теүәл билдәләнгән: шылтыратыуҙар көнөнә  ике, аҙнаға  дүрт, айына 16 тапҡырҙан артмаҫҡа тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика