Башҡортостанда бензиндан да бал еҫе килә...

Башҡортостанда бензиндан да бал еҫе килә... 24.01.2015

Был һүҙҙәр Рәсәйҙә киң  билдәле. Башҡорт балы тигәндә, күптәрҙең күҙ алдына тыуған илебеҙ баҫа. Был бренд донъяның төрлө ҡитғаларына таралған. Ә бына республика райондарының үҙенең айырым бренды бармы? Башҡортостан ҡунаҡтары күңелен төбәктәр нисек яулай ала?

Бөрө алмалары, керәшен һыуыҡтары... Республиканың тарихи ҡалаларының береһе - Бөрөлә күптәргә билдәле үҙенсәлекле фестивалдәр үтә. Төбәк айырыуса алмалары менән дан тота. Һәр кем булған урынын унда күргән үҙенсәлекле әйберҙәр буйынса иҫендә ҡалдыра. Ырымбур мәҫәлән, мамыҡ шәлдәр менән,  Тула перәниктәре менән ғорурлана ала. Был йәһәттән Башҡортостанда ла данлыҡлы брендтарҙы булдырыу, фекерҙәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса күләмле эш бара.
Бөрө ҡалаһы шулай уҡ үҙенең боронғо архитектураһы менән дә туристарҙы йәлеп итә. Боронғо сиркәүҙәр, күренекле урындарға бай был ҡала.
Бөрө башҡорт ерендә тәүге ҡәлғәле ҡала була. Уға 1663 йылда ихтилалдар осоронда яндырылған Архангельское ауылы урынында нигеҙ һалына. Ләкин 1774 йылда Салауат Юлаев ғәскәрҙәре менән юҡҡа сығарыла. Бөрө борондан Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сауҙа үҙәге һанала. Бында ҡалаға нигеҙ һалвусы сауҙәгәргә бағышланған һәйкәл дә бар. Ул Бөрөнөң XIX-XX быуатта эшҡыуарлыҡ һәм баҙар үҫешен символлаштыра.
Башҡортостан бай һәм матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Был иң тәүҙә сит ил һәм Рәсәй туристарын йәлеп итергә тейеш. Ләкин проблема ошо гүзәл урындарға туристик экскурсияларҙың булмауы. Шуға ла киләсәктә махсус автобус туры ойоштороу  маҡсат итеп ҡуйыла. Ә Бөрө ҙур булмаһа  ла, Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары араһында туристарҙы йәлеп итеүсе ҡалалар исемлегендә тәүге урындарҙы биләй. Бында сит ил вәкилдәре өсөн сувенирҙар ҙа булдырылған. Уларҙа ҡаласыҡтың билдәле һәм үҙенсәлекле  урындары һүрәтләнгән. Шулай ҙа бөрөләр үҙҙәренең тыуған ҡалаһының һоҡланғыс тәбиғәтен һәм иң элек таҙа һәм саф һауаһын билдәләй.
Һәр ҡаланың брендын киң матбуғат саралары аша таратыу төп шарттарҙың береһе. Ләкин тәүҙә бындай урындарҙы булдырыу ҙа зарур. Әлбиттә, әле республиканың бер нисә ҡалаһы ғына үҙенең киң таралған бренды менән маҡтана ала. Ә бына осрашыуҙа әйтелгән фекерҙәр һәм тәҡдимдәр тик һүҙ булып ҡына ҡалмаһын ине...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку