Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙың тиҫтәгә яҡын мемориаль зыяраты бар

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙың тиҫтәгә яҡын мемориаль зыяраты бар 09.05.2015

Өфө районының Йоматау ауылы эргәһендәге ошондай зыяраттарҙың береһендә быйыл реконструкция уҙғарылды. Унда һуғыш йылдарында ҡаты яраланып Йоматау госпиталендә һәләк булыусылар ерләнгән. Бөгөн ошо ҡаһармандар иҫтәлегенә ауылда митинг ойошторолдо.

Уҡыусыларҙың «Үлемһеҙ полк» колоннаһы  мәктәптән зыяратҡа тиклем дауам итте. Барыһының да кәйефе күтәренке,  туҡтауһыҙ ҡойған ямғыр ҙа уларға ҡамасауламай. Йоматау мемориаль зыяратында 200-ҙән ашыу һалдат ерләнгән. Уларҙың күптәре исемһеҙ. Ошо ҡаһармандарыбыҙ хаҡына сәскә һалыу, уларҙы иҫкә алыу барыһы өсөн дә оло бурыс.
Митингтың икенсе өлөшө «Йоматау» шифаханаһының концерт залында дауам итте. Кескәйҙәрҙең «Һәр ваҡыт булһын ҡояш» йырын залдағылар дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алып ҡушылып йырлай. Мәктәп уҡыусыларының Бөйөк Еңеү, һуғыш михнәттәре тураһындағы шиғырҙары тамашасыларҙың күҙ йәштәрен һығып сығара. Һәр сығышта уҡыусылар йөҙөндә ғорурлыҡ, тыуған илгә тоғролоҡ хистәре һиҙелә.
Залда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла бар. Улар сәхнәлә тамашасыларға һуғыш михнәттәре тураһында һөйләп киләсәккә изге теләктәр теләне. Әмирхан
Садиҡов 18 йәшендә фронтҡа алына. Һуғыш йылдарының һәр көнөн яугир бөгөнгөләй хәтерләй.
Йоматау ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ҡыҙғанысҡа, иҫәндәрҙең дә күбеһе йөрөй алмай.  
Бөйөк Ватан һуғышында һалдаттарға көн һайын бутҡа биргәндәр. Бөгөн дә ойоштороусылар ошо күркәм йоланы тергеҙеп, ҡунаҡтарҙы һалдат ашы менән һыйланы. Уға үҙенсәлекле тәм өҫтәр өсөн ашнаҡсылар бутҡаны тәбиғәт ҡосағында бешергән.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку