Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек дауам итә

Башҡортостанда  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек дауам итә 22.04.2015

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡыусылары менән Өфө кадеттар корпусында тәрбиәләнеүселәр парадта ҡатнашасаҡ.

Руслан Хәсәншин   музыка мәктәбендә уҡыусы ҡыҙҙарҙы барабан һуғырға өйрәтә. Тәү ҡарашҡа еңел генә һымаҡ күренһә лә, музыка ҡоралында уйнау үҙенсәлектәренә төшөнөү өсөн бер нисә йыл шөғөлләнергә кәрәк. Күнекмәләрҙең береһе - уҡыусылар барабан таяғын юғарыға сөйөп уны тотоп өлгөрөргә тейеш.  Был таяҡтарҙы яҡшыраҡ тойомларға ярҙам итә.
Руслан Хәсәншин, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәбенең барабансылар төркөмө етәксеһе: «Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатында уҡыусылар элек-электән парадтарҙы аса. Сара үҙе бер матур йолаға әйләнгән. Репетициялар бер ай элек башланды. Төркөмдә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарға дәрестәрен ҡалдырырға ла тура килгәне булды. Улар  парадта лайыҡлы сығыш яһар өсөн тырыша».
Әлегә оркестр тауышы ишетелмәһә лә, егеттәрҙең һәр аҙымы аныҡ, әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Өфө кадет корпусында тәрбиәләнеүселәр парадҡа сығырға бөгөндән әҙер. Әйткәндәй, бында хәрби кейем кейгән ҡыҙҙар ҙа күп. Полина Аникеец үҙенең киләсәген дә хәрби хеҙмәт менән бәйләргә уйлай. Кадет корпусына уҡырға ингәненә бер ҙә үкенмәй.
Полина Аникеец, Өфө кадеттар корпусы уҡыусыһы: «Кадет тормошо - ул хәрби мәктәп. Икенсе төрлө әйткәндә, һин үҙең теләгәнсә генә йәшәмәйһең, һине оло, тәжрибәле кешеләр тормош һабаҡтарына өйрәтә. Тәүҙә яҡындарым аптырай ине, ләкин хәҙер минең хәрби тормош алып барыуыма улар ҙа өйрәнде. Йырлайым, төрлө түңәрәктәргә йөрөйөм. Бик оҡшай».
9 майҙа Өфө ҡала советы майҙанында кадет корпусында уҡыусы 200 кешенән торған рәттәгеләр, йәғни, парадта ҡатнашыусылар Рәсәй флагы менән  Еңеү Байрағын тотоп үтәсәк. Был беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ, ти улар тулҡынланып...
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку