Башҡортостанда 320 меңдән ашыу кеше эш урынында рәсми теркәлмәгән

Башҡортостанда 320 меңдән ашыу кеше эш урынында рәсми теркәлмәгән 25.03.2015

Тәүге күҙаллауҙар буйынса бындай хеҙмәткәрҙәрҙең һаны 8 йөҙ меңгә тиклем етә ине. Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә кассанан тыш эш хаҡы алыусыларҙы кәметеүгә өлгәшелгән. Бөгөн хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса ведомство-ара комиссия ағзалары сираттағы ултырышҡа йыйылды.

Хеҙмәт килешеүе төҙөмәйенсә эшкә алыусы предприятиелар ил иҡтисадының төп бәләһенә әйләнә бара. Республикала теркәлгән йөҙ мең ойошманың яртыһы тиерлек эшмәкәрлеге  тураһында тулыһынса отчет биреп еткермәй.  Хеҙмәт кодексының боҙолоуы, эш хаҡын конверттарҙа биреү төбәк ҡаҙнаһына ғына түгел, халыҡтың үҙенә лә ҙур юғалтыу килтерә. Кеше был осраҡта социаль гарантияларҙан тулыһынса ҡолаҡ ҡаға.
Комиссия ағзалары йыл аҙағына тиклем теркәлмәй эшләүселәр һанын 30 процентҡа кәметеү бурысы ҡуя. Был йәһәттән , предприятиелар менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән,  урындағы власть етәкселәре әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Сөнки был күренештән тәү сиратта тап муниципаль бюджеттар юғалтыу кисерә. Икенсенән, халыҡ үҙе лә был проблемаға аңлы ҡарарға тейеш. Быйылдан алып буласаҡ пенсияны билдәләү алымдары үҙгәрҙе. Хәҙер ул хеҙмәткәрҙең стажына һәм  фондҡа күсергән аҡса күләменә тағы ла нығыраҡ бәйле. Шуға күрә,  хеҙмәт пенсияһы аласаҡмы, әллә күпкә бәләкәй социаль пенсиямы һәр кем үҙе хәл итергә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку