Башҡортостанда 2015 йылда ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата 2123 енәйәт эше ҡуҙғатылған, уларҙың 1280-е иркенән мәхрүм ителгән 29.02.2016

Республикала ҡатын-ҡыҙҙар колонияһы юҡ. Хөкөм ҡарарын үтәү өсөн гүзәл-заттар Пермь һәм башҡа төбәктәргә ебәрелә. Төрмәлә ултырған ҡатын-ҡыҙҙар һәм уларҙың  яҡындары өсөн был  ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Республиканың ҡатын-ҡыҙҙар союзы ағзалары,  хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре бөгөн түңәрәк өҫтәлдә ошо хаҡта фекер алышты. Күпселек Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар төрмәһе  асыу тәҡдимен хупланы. Уны Стәрлетамаҡтағы  үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән колонияла булдырыу варианты ҡаралды. Бынан тыш, холоҡ төҙәтеү урынынан сыҡҡан көсһөҙ заттарға тормошта үҙен табырға ярҙам итеү кәрәклеге билдәләнде. Был йәһәттән Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы тарафынан махсус проект тормошҡа ашырылып килә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика