Башҡортостанда 2014 йылда старт алған урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты Баймаҡ районында ла уңышлы тормошҡа ашырыла 11.04.2017

Быйыл райондағы һәр бер ауылда ошо проектта  ҡатнашыу  бурысы  ҡуйылған. Әлбиттә, башланғыста еңеп сығыу тәү сиратта  урындағы халыҡтың  әүҙемлегенә бәйле. Райондың Ишбирҙе  ауылы мәғариф учреждениеһында сараға әҙерлек эштәре башланған да инде.

Ауыл халҡы йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән    был программаға   Ишбирҙеләр ҙә  дәррәү ҡушыла. Һәр ауылдағы кеүек бында ла   проблемалар етәрлек. Шуларҙың иң  ныҡ борсоғаны иһә  бөгөнгө көндә  мәктәптең торошо. Бында мәғариф учреждениеһына 1986 йылда нигеҙ һалына һәм шул йылдарҙан алып ремонт үткәрелмәй.   Шуға күрә мәктәпкә күптән капиталь ремонт талап ителгәне  көн кеүек асыҡ.
Бигерәк тә  мәктәптең тәҙрәләре емерек хәлдә,  рамдар күптән  серегән.  Ҡыш көндәре уҡыусылар хатта өҫ кейемдәре менән  уҡырға мәжбүр. Һыуыҡ мәктәп әлбиттә белем сифатына ла  тәьҫир итә, ти хеҙмәткәр. Ауыл  халҡы шуны  иҫәпкә алып  бер тауыштан был проектта мәктәп  тәҙрәләрен алмаштырыуҙы хуплай.  
Үҙ өлөшөн мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар ҙа   индерергә тырыша. Урында ошо  йүнәлештә  маҡсатлы эш алып бара. Ауыл клубында был сараға ҡағылышлы  ҙур концерт программаһы үткәрелде.     Концертта эшләнелгән аҡса ошо  проектты тормошҡа ашырыуға йыйыласаҡ иғәнәгә ҡушымта буласаҡ. Киләсәктә был концерт программаһы менән шулай уҡ күрше тирә ауылдарҙа ла сығыш яһарға ниәтләйҙәр.   Ә уҡыусылар  күпләп  иншалар яҙған, буласаҡ  мәктәптәрен һүрәткә төшөргән. Был да иһә  проектҡа өҫтәмә балл өҫтәй.  
Программаның төп пункты халыҡтың әүҙемлеге. Үҙ техникаһы менән ярҙам, йә булмаһа материал менән тәьмин иткән осраҡта  балдар һаны арта бара. Шулай ук эшҡыуарҙар, хәлле кешеләрҙән, бағымсыларҙан  аҡсалата ярҙам да  ҡабул ителә.
Урындағы  башланғыстарҙы хуплау программаһында  Ишбирҙеләр тәүгә ҡатнаша. Әммә  был һуңғыһы булмаҫ, сөнки урында   халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу йәһәтенән эштәр етерлек әле.
  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика