Башҡортостан журналистикаһы ауыр юғалтыу кисерҙе

Башҡортостан журналистикаһы ауыр юғалтыу кисерҙе 18.02.2015

43 йәшендә билдәле журналист Айтуған Минһажетдинов арабыҙҙан китте.

Айтуған Минһажетдинов 1972 йылдың 4 авгусында тыуған. 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Студент йылдарынан уҡ Башҡортостан телевидениеһының «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә эш башлай. Үҙен тиҙ арала һәләтле журналист итеп таныта. Тамашасылар Айтуған Марат улының төрлө  ваҡиға урындарынан әҙерләнгән сағыу репортаждарын яҡшы хәтерләй. Һәр ваҡыт алсаҡ, ярҙамсыл һәм шат күңелле хеҙмәттәшебеҙҙең исеме күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә, 19 февралдә, Телеүҙәк бинаһында сәғәт ун берҙә үтә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку