Башҡортостан журналистар союзы рәйесе итеп йәнә бер тауыштан Артур Дәүләтбәков һайланды 21.12.2015

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан журналистар союзының XX съезы үтте. Ҡәләм оҫталары көнүҙәк проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеп, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланы. Сараға республика, район, ҡала әһәмиәтендәге баҫмалар, радио, телевидение каналдарында эшләүсе йөҙгә яҡын делегат, киң мәғлүмәт саралары етәкселәре, журналистика ветерандары йыйылды.

Сьезд делегаттары тармаҡҡа бәйле  проблемаларҙы, атап әйткәндә, журналистарҙы хоҡуҡи йәһәттән яҡлау, эш хаҡын арттырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Әлеге ваҡытта юғары белемле журналистар әҙерләү менән Башҡорт дәүләт университеты шөғөлләнә. Тик уҡыу-уҡытыу теоретик белем биреүгә генә ҡайтып ҡала. Диплом алып сыҡҡан йәш белгестәрҙең практик тәжрибәһе аҡһай. Шуға ла киләсәктә был эште яйға һалыу бурысы ҡуйылды. Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Морат Лоҡманов союз ҡарамағында дини темаларға яҙышыусы журналистар клубы ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
Съезд һуңында журналистар ҡорона яңы ағзалар ҡабул ителде. Мәғлүм булыуынса, союзда барлығы 1300-ҙән ашыу журналист ағза булып тора. Шулай уҡ ижади уңыштарға өлгәшеүсе журналистар ҙа билдәләнде. Улар араһында хеҙмәттәшебеҙ Рәшиҙә Ишембәтова ла бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика