Башҡортостан йылытыу миҙгеленә 99 процентҡа әҙер 02.09.2015

Ҡаҙанлыҡтарҙа, селтәрҙәрҙә төҙөкләндереү эштәре тулыһынса тамамланған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүгә  аҡса тупланған. Райондарҙа иһә  йорттарҙы үҙ аллы йылытыу системаһына күсереү эше бара.Иҫкергән коммуникацияларҙы ремонтлауға ҡарағанда һәр йортто айырым ҡаҙанлыҡтарға күсереү һөҙөмтәлерәк, ти белгестәр.  

Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһы өсөн үҙәк йылытыу системаһы үткән этап. Йорттарҙы бында үҙ аллы йылытыу ҡоролмаларына күсерәләр. Һәр фатирға газ үткәрелеп ҡаҙанлыҡ урынлаштырыла.  Был алым беҙҙең өсөн күпкә уңайлы буласаҡ, ти урындағы халыҡ.
Римма Нураева, Бүребай ҡасабаһында йәшәүсе: «Йылылыҡ үҙәкләштерелгән ваҡытта беҙгә килеп тә етмәй торғайны. Авария булып өҙөклөктәр менән бирелә торғайны. Шәхси ҡаҙанлыҡтар уңайлыраҡтыр тип һанайым. Йылыны ҡасан теләйһең һәм күпме теләйһең үҙеңсә көйләргә мөмкин».
Бүребай ҡасабаһында 26 күп ҡатлы йортта 4 йөҙҙән ашыу фатирҙы үҙ аллы йылытыу системаһына күсереү күҙаллана. Эштәр сентябрь аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Шәхси ҡаҙанлыҡтар урынлаштырыу Дүртөйлө районында ла йылдам  бара. Бында ике йөҙгә яҡын фатир хужаһы йылытыу миҙгелен асыу һәм ябыу ваҡытын үҙе билдәләйәсәк.   Райондың үҙәк йылытыу системаһы үтә ныҡ таушалған. Һөҙөмтәлә ресурс менән тәьмин итеүсе предприятие 72 миллион һумға бурысҡа батҡан. Үҙ аллы йылытыу системаһына  был   проблеманы хәл итеү мөмкинлеге бирә.
Йорттарҙы үҙ аллы йылытыу системаһына күсереү республика программаһы райондарҙа 5 һөҙөмтәһеҙ эшләгән үҙәк йылытыу ҡаҙанлыҡтарынан һәм иҫкергән 16 километр торбаларҙан арыныу мөмкинлеге бирә. Уларҙы тәртипкә килтереү күпкә ҡиммәтерәккә төшөр ине.
Программа энергия ресурстарын экономиялауҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Тарифтар йылдам артҡан мәлдә был алым ҡулланыусыларға ла йылылыҡ менән тәьмин итеүселәр өсөн дә отошло. Юҡһа республикала коммуналь түләүҙәргә бурыс дүрт миллиард һумдан ашып киткән.
Үҙ аллы йылытыу системаһына күсеү башлыса республика ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыла. Финанслауҙың утыҙ проценҡа яҡыны урындағы бюджеттан булһа, фатир хужаларына  ун процент тирәһе генә  ҡапларға тура киләсәк. Ләкин был сығымдар тиҙ арала үҙен аҡлаясаҡ, ти коммуналь хужалыҡ белгестәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика