Башҡортостан йылдың иң сихри байрамына әҙерләнә 06.12.2016

Яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөлә, һырғалаҡтар, шыршы  майҙандары әҙерләнә. Иртәгә Өфөгә Бөйөк Устюгтан Рәсәй Ҡыш бабайы киләсәк. Ул  Конгресс-холл янындағы Башҡортостан ҡыш бабайы тирмәһендә  шыршы уттарын ҡабыҙасаҡ.

Спорт һарайы янындағы майҙанда тиҙҙән әкиәт ҡаласығы ҡалҡып сығасаҡ. Баш ҡаланың Октябрь районындағы өс шыршының береһе тап ошо майҙанда урынлаштырыла. Байрам мәлендә бала-саға  һәм ололар ҙа рәхәтләнеп ял итһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ, ти хеҙмәткәрҙәр.
Әкиәт геройҙары һындарын эшләү өсөн таҙа, үтә күренмәле боҙ кәрәк. Сифатлы материалды бары тик күлдәрҙән генә алырға мөмкин ти хеҙмәткәрҙәр. Ҡашҡаҙанда боҙҙоң ҡалынлығы яҡынса 30 сантиметр.
Илнур Хәлилов Октябрь районы коммуналь хужалығында эшләй. Әле улар Яңы йыл ҡаласыҡтары өсөн төҙөлөш матераилдары әҙерләүгә йәлеп ителгән. Майҙандарға көнөнә алты йөк машинаһы боҙ оҙатыла тип билдәләй хеҙмәткәр.
Баш ҡаланың төп шыршыһы «Ватан» этно паркы янында урынлашҡан. Бында Башҡортостан Ҡыш бабайының ҡунаҡ тирмәһе урынлашасаҡ. Әле эштең ҡыҙған мәле. Декабрь аҙағында Рәсәй Ҡыш бабайы сәфәре көтөлә. Шуға ла баш ҡаланың барлыҡ яңы йыл майҙандарында  Устюг ҡалаһы тылсымсыһын ҡаршылауҙа әҙерлек йылдам бара.
Башҡортостандың көньяғында ла ҡыш үҙ хакимлығын иғлан итте. Хәйбулла районында ла Яңы йыл байрамына әҙерлек башланды. Аҡъяр тау колледжы стадионында һырғалаҡ эшләнде. Район үҙәгенең төп майҙанында шыршы урынлаштырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика