Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге проекты дауам итә

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге проекты дауам итә 10.06.2015

Бөгөнгө геройыбыҙ Яна Әсфәндиәрова. Йөрәк өйәнәгенән яфаланған сабыйҙың хәлен республика кардиология үҙәгендә яһаған операция еңеләйтәсәк. Тик бушлай операция өсөн дә  136 мең 500 һумлыҡ баллондар  һатып алырға кәрәк. Был сумманы йыйырға ғаиләнең генә хәленән килмәй. Улар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж.

Туғыҙ айлыҡ Яна тиҙҙән тәүге аҙымдарын яһарға тейеш. Тик бүлмәлә әсәһе ярҙамында ә йөрөү ҙә уға ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Баланың тыны ҡыҫыла, йөрәге йыш-йыш тибә башлай. Сабый йөрәк өйәнәгенән яфалана. Диагноз тыуғас та ҡуйылған. Марина Әсфәндиәрова, Янаның әсәһе: «Яна тыуғас бала табыу йортонда йөрәген тикшерҙеләр һәм йөрәк өйәнәге диагнозы ҡуйҙылар. Унан һуң тағы өс тапҡыр тикшереү үттек. Кардиологҡа иҫәпкә баҫтыҡ. Операция эшләтергә кәрәк тинеләр». Сир арҡаһында ҡыҙҙың организмы кислород етмәүҙән интегә. Ул йыш һыуыҡ тейеп ауырый. Яна тулы тормош менән йәшәп китһен өсөн йөрәгенә операция эшләү талап ителә. Республиканың кардиология үҙәгендә Эндоваскуляр операция баланың күкрәк ҡыуышлығын ҡырҡмай ғына яһала. Тик уның өсөн баллондар һатып алырға кәрәк. Улар ҡан әйләнешен яйлай, һөҙөмтәлә йөрәк эшмәкәрлеге яҡшырасаҡ. Любовь Разгоняева, Янаның өләсәһе: «Ошондай юл менән эшләнгән операция беҙгә аяҡҡа баҫырға булышлыҡ итер тип өмөтләнәбеҙ. Мәрхәмәтле кешеләр ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ тип ышанабыҙ». Баллондар 136 мең 500 һум тора. Был сумманы үҙаллы йыйыу аҙ тәьмин ителгән ғаиләнең хәленән килмәй. Янаға беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Хәйриә акцияһына теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн 5542 һандарына «ДЕТИ» һүҙен ебәреү шарт. СМС-хәбәр хаҡы - 75 һум. Хәбәрҙе күп тапҡыр ебәрергә мөмкин, тик мобиль оператор аҡсаны күсереүҙе һорағанда раҫлау талап ителә. Шулай уҡ rusfond.ru/Bashkortostan сайтына инеп иғәнәнең башҡа төрөн дә һайларға мөмкин. Мәрхәмәтле булайыҡ!

5542 һандарына «ДЕТИ» һүҙен ебәрергә, СМС-хәбәр хаҡы - 75 һум rusfond.ru/Bashkortostan


Рубриканың үткән сығарылышында Шишмә районының Бабик ауылында йәшәүсе Азат Ишмырҙин тураһында яҙма күрһәткәйнек. Өс йәшлек малай тыумыштан йөрәк сиренән яфалана. Баланың һаулығын Республика кардиология үҙәгендә яһаған операция яҡшыртасаҡ. Уға яһалма протез клапаны алырға 200 мең һум аҡса йыйылған. Мәрхәмәтле кешеләргә ғаилә рәхмәтен белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку