Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Эҙәрмән» проекты «Урал һырты» ҡаргиҙәр маршрутында ҡатнашты

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Эҙәрмән» проекты «Урал һырты» ҡаргиҙәр маршрутында  ҡатнашты 09.03.2015

24 февралдә Свердловск өлкәһендә башланған сәйәхәт Ейәнсура районының Шайтан тауында тамамланды.

Мәскәү, Екатеринбург, Өфө, һәм башҡа ҡалаларҙан килгән сәйәхәтселәр   Урал тауҙары буйлап ҡаргиҙәрҙәрҙә  көн һайын йөҙ саҡырым барып  11 көн эсендә 1111 саҡырым  ара үткән. Һауа торошоноң ҡояшлы тороуы ла экстремаль экспедицияны уңышлы атҡарырға ярҙам иткән. Ҡаргиҙәр  трассаһы үҙенсәлекле урындар буйлап һалынған.  Улар Урта һәм  Көньяҡ  Урал сигендәге  Юрма һыртында,Турғаяҡ күлендәге утрауҙа,Оло һәм Кесе Ирәмәлдә, Шатаҡ тауында  һәм тәбиғәттең башҡа хозур урындарында булған. Ойоштороусылар күҙаллауынса, был юл ҡаргиҙәрҙә  сәйәхәт ҡылырға теләгән  һәр кеше үтә алырлыҡ  туристик маршрутҡа әйләнергә тейеш.  Экстремаль сәфәрҙе  беҙҙең каналда «Эҙәрмән» проектында киләһе аҙнала күрергә мөмкин.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку