Башҡортостан юлдаш телеканалының «Ысын ир—егеттәр» проекты ағзалары «Һыу аҫты ожмахы» тигән яңы фильм төшөрҙө

Башҡортостан юлдаш телеканалының «Ысын ир—егеттәр» проекты ағзалары  «Һыу аҫты ожмахы» тигән яңы фильм төшөрҙө 18.09.2015

Әстрхан ҡурсаулығынан әҙерләнгән яңы программа тәбиғәт төҫтәренең сағыулығы менән әсир итә. Видеокамера иғтибарынан меңдәрсә гектарҙы биләгән ҡуйы ҡамышлыҡтар ҙа, һыу буйындағы аҡҡоштар ҙа, йәй уртаһында сәскә атҡан алһыу лотос та ситтә ҡалмаған.

Проект авторҙары билдәләүенсә, ҡурсауылҡ биләмәһе ысын мәғәнәһендә ожмах донъяһын хәтерләтә. Биш көн дауам иткән сәфәр барышында башҡорт журналистары Ҡырымдан был яҡтарға  тәүгә килгән балыҡсылар менән дә осрашҡан. Фильмдың тәүге серияһы эфирға алдағы йәкшәмбе сыға.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика