Башҡортостан юлдаш телеканалында оҙон ғүмерлеләр марафоны дауам итә

Башҡортостан юлдаш телеканалында оҙон ғүмерлеләр марафоны дауам итә 12.03.2016

Февралдәге сығарылышта Йәрмәкәйҙә йәшәүсе 101 йәшлек Сәймә Дәүләтхужина тураһында һөйләгәйнек. Һуғыш йылдарында колхозда бил бөккән хеҙмәт ветераны бөгөн дә әүҙем тормош алып бара, китап уҡый, ҡул эше менән шөғөлләнә. Был сюжетты күреп, Приют ҡасабаһында йәшәүсе Шабановтар үҙҙәренең өләсәләрен дә күрһәтеү тәҡдиме менән беҙҙең редакцияға шылтыратты.

Заһиҙә Ризуан ҡыҙы әле һаман шаяртырға ярата, ти яҡындары. Йәше тураһында һорағанда ул 200 йыл йәшәйем тип яуап бирә. Ике быуатҡа тулмаһа ла, 104-се тыуған көнөн Заһиҙә Шабанова быйыл билдәләгән. Ул ғаиләһенең ҡурсалаусыһы. Ҡәҙерлебеҙҙең доға-фатихалары беҙгә оло таяныс, ти Шабановтар.
Заһиҙә Шабанова 1912 йылдың 5 ғинуарында тыуған. Бала сағында ғына ата-әсәһен юғалта, кейәүгә сыҡҡас оҙаҡ йылдар Үзбәкстанда йәшәй. Тормош иптәше менән 7 бала тәрбиәләй, уларҙың 6-һы инде гүр эйәһе. Заһиҙә Ризуан ҡыҙының ире лә фронттан кире әйләнеп ҡайтмай. Тәрән тетрәнеүҙәргә ҡарамаҫтан, ҡатын төшөнкөлөккә бирелмәгән, ең һыҙғанып эшләгән, берҙән-бер ҡыҙын үҫтергән.
Бынан тыш, 104 йәшлек ҡатын хоккей ҡарарға ла ярата икән. Әлбиттә, ул «Салауат Юлаев» командаһы  көйәрмәне, уйынсыларҙың фамилияларын да белә тип көлә яҡындары. Өләсәһен республика кимәлендә билдәле итеү башланғысын ейәне Марат күтәреп сыға.
Кисергән  ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, Заһиҙә Шабанова үҙен бәхетле һанай. Иң мөһиме яҡындарым янымда ти ул. 104 йәшлек замандашыбыҙ ҡыҙы, ейәне һәм бүлә-бүләсәрҙәре менән бәхетле тормош көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика