Башҡортостан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы идаралығының  патруль автомобилдәре штрафты карточка аша түләү мөмкинлеге биргән мобиль терминалдар менән йыһазландырылды 23.02.2015

Был турала ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Тимәк, автоһәүәҫкәр  бынан ары штрафты административ тәртип боҙоу хаҡындағы ҡарар тултырылғас урында уҡ түләй ала.

Аҡса тәғәйен иҫәпкә бер көн эсендә күсә. Яңы ҡоролма тейешле сертификатҡа эйә, эштең технологияһы Рәсәй һәм халыҡ-ара түләү системалары ҡануниәте нормалары талаптарына яуап бирә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, протокол төҙөлгәндән һуң автоһәүәҫкәр инспекция бүлегенә барып ун көн эсендә ризаһыҙлыҡ белдерә ала. Штраф үҙе 60 көн эсендә түләнергә тейеш. Кире осраҡта штраф арта, түләүҙән ялтаныусы ун биш тәүлеккә тиклем  административ арестҡа тарттырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика