Башҡортостан Юғары суды Туймазы ҡалаһында таксисты үлтереүҙә ғәйепләнгән үҫмерҙәргә ҡарата сығарылған хөкөм ҡарарын шул килеш ҡалдырҙы

Башҡортостан Юғары суды Туймазы ҡалаһында таксисты үлтереүҙә ғәйепләнгән үҫмерҙәргә ҡарата сығарылған хөкөм ҡарарын шул килеш ҡалдырҙы 08.10.2014

Йәштәр Денис Хафизовты үлтереүҙә ғәйепләнеп 9 йылға иркенән мәхрүм ителде.

Аяныслы хәл бынан ике йыл элек теркәлде. 14 һәм 16 йәшлек үҫмерҙәр водителде тәүҙә быуып, һуңынан отверка һәм домкрат менән туҡмай. Һуңынан үҫмерҙәр ирҙең кәүҙәһен сүп-сар өйөмөнә алып барып ташлай. Шулай ҙа зыян күреүсе ҡар, сүп-сар өйөмөнән сығып, урындағы фермаға бара. Табиптар 30 йәшлек таксистың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә, әммә тырышлыҡ һөҙөмтә бирмәй. Ғәйепләнеүселәр һәм уларҙың адвокаттары 9 йылға иректән мәхрүм итеүҙе үтә ҡаты яза булыуын, ғәйептең раҫланмауын билдәләй. Әммә Башҡортостан Юғары суды хөкөм ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика