Башҡортостан ҡышы өҫтөнлөктәре, йәки Андорра урынына – «Абҙаҡ»ҡа

Башҡортостан ҡышы өҫтөнлөктәре, йәки Андорра  урынына – «Абҙаҡ»ҡа 13.01.2016

Рәсәй халҡы сит ил курорттарынан баш тарта башлаған. Быға тәү сиратта, инфляция һәм Төркиә менән Мысыр йүнәлештәре ябылыуы сәбәпсе. Хәҙер экстрим һөйөүселәр ҙә урындағы тау саңғыһы базаларында ял итеп, аҡсаһын бәрәкәтле тотоноуҙы хуп күрә. Шулай ҙа путевкаларға, хеҙмәтләндереүгә хаҡтар ғына артыуын дауам итә.

Зөбәржәт Әминева әхирәтенә Ирәмәл тауына икенсегә күтәрелеүе хаҡында һөйләй. Ҡышҡыһын утыҙ километр араны йәйәү үтеү, буранға бирешмәү, тубыҡтан ҡарға батыу  - быларҙың барыһы ла ҡыҙҙың экстримға ҡарата һөйөүен  арттыра ғына. Әйткәндәй, ул ял итергә бер үҙе генә йөрөмәй, дуҫтары - ике тиҫтәгә яҡын башҡорт йәштәре менән бергә республика буйлап сәйәхәт ҡыла. «Тыуған яҡта ял итеү күңелле генә түгел, арзан да», - ти Зөбәржәт.
Ҡышҡыһын, ысынлап та, Башҡортостанда ял итерлек урындар күп. Уҙған байрам көндәрендә генә биш йөҙҙән ашыу кеше Ирәмәл тауын артылған. Ә бына Белорет районының «Морат» тау саңғыһы базаһында 16 меңгә яҡын кеше ял иткән, был былтырғыға ҡарарғанда өс тапҡырға күберәк.
Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында асылған Ҡыш бабай резиденцияһы ла үҙ рекордын ҡуя. Яңы йыл байрамына сәйәхәт итергә теләүселәр  бында 15 меңгәсә етә. Инеү хаҡын 200 һум тип алғанда ла, килемде күҙалларға мөмкин. Халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы ла ошондай үҙәктәрҙең мөһимлеген күрһәтә. Әйтәйек, Өфө турфирмалары ла Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһенә махсус сәфәрҙәр ойоштора. Хаҡы яҡынса - ике-өс мең тирәһе була.
Элек үтемле булған Төркиә менән Мысырға юл ябылғас, күптәр Яңы йыл байрамдарында Рәсәйҙә генә ял итеүҙе хуплаған. Ошо ваҡыт эсендә һатылған турҙарҙың илле процентты эске туризмға ҡарай.  Ғәҙәттәгесә,  Сочиҙа ял итергә теләүселәр күп. Шул уҡ ваҡытта ил халҡы Андорра урынына Абҙаҡ тау саңғыһы курортын да һайлай башлаған. Ихтыяж булыуы, инфляция  путевкаларға хаҡтарҙың артыуына килтергән.
«Башҡорт балы хаҡында бар донъя белә, Башҡортостандың ял итеү урындарын да  танытырға кәрәк!»,- ти төбәктең туриндустрия вәкилдәре. Айырым шифаханалар пиар компанияларҙы уңышлы уҙғарып, сит илдән дә туристарҙы йәлеп итә алырлыҡ көскә эйә. Тимәк, был маҡсат та бойомға ашырырлыҡ.
Былтыр ШОС һәм БРИКС саммиттарында Башҡортостан хаҡында бар донъя һөйләне. Ҙур сараға әҙерлек барышында баш ҡалала «йондоҙло» яңы ҡунаҡханалар ҙа төҙөлдө. Улар буш тормаһын өсөн эске туризмды үҫтереү мөһим дә инде. Хәйер, был тәңгәлдә сит ил ҡунаҡтарын йәлеп итер өсөн төбәктә туристик базалар,  шифаханалар етерлек. Ҡабул итеү сифатын ғына яҡшыртыр кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку