Башҡортостан Ҡыш бабайы Ишембай районында тирмәлә йәшәй

Башҡортостан Ҡыш бабайы Ишембай районында тирмәлә йәшәй 04.01.2016

Ул беҙгә Бөйөк Устюгтан килгән. Ҡыш бабайға республикала бик оҡшаған. Шуға күрә ул  үҙенең ҡунаҡ тирмәһендә  кескәйҙәрҙе 10 ғинуарға тиклем ҡабул итергә уйлай.

Ҡыш бабай Башҡортостанға бүләк тулы тоғо менән генә түгел, ҡар-буранын да, сатлама һалҡындарын да алып килгән. Әммә  һыуыҡтан ҡурҡып тороусылар юҡ. Ҡунаҡ тирмәһендә алма төшөрлөк тә урын  ҡалмаған,  барыһының да кәйефе күтәренке.
Яңы йыл тамашаһында төрлө милләттәрҙең әкиәт геройҙары ҡатнаша, тик тәүҙә яуыз көстәрҙән ҡотолоу шарт. Шуға күрә  башҡорт халҡының милли геройы Ишем батыр тәүҙә аждаһаны тотоп алып бикләп ҡуя, был эштә уға кескәйҙәр ярҙамға килә.
Ә уҡымышлы бесәй балаларҙың отҡорлоғон тикшерә,  пингвиндар таусыҡтарҙы һаҡлай, ә ҡар бабайҙар киләһе йылға   изге теләктәрен еткерә.
Ишембайҙар  ҡунаҡ тирмәһен алдан уҡ әҙерләй башлаған.  Ҡыш бабай ҡунаҡҡа көн һайын килеп тормай. Төп маҡсатыбыҙ  кешеләргә бер йылға етерлек көс-дәр бүләк итеү шарт, ти улар.
Көн һыуыҡ тороуға ҡарамаҫтан, майҙан ҡунаҡтарҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо, барыһы ла рәхәтләнеп күңел асты, шыршы тирәләй әйләнде.
Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһендә балалар ғына түгел өлкәндәр ҙә Яңы йыл  мәғжизәһенә ышанһын өсөн барыһы ла эшләнгән. Бында ҡунаҡтарҙы текә таусыҡтар, төрлө уйындар, әкиәт геройҙары әҙерләгән  тылсымлы бүләктәр көтә. Майҙанда пар аттарҙа ғына түгел, ошондай бәләкәй генә пониларҙа ла сәйәхәт итергә мөмкин.
Ҡыш бабай  балаларҙы  тирмәһендә лә ҡабул итә. Бында йыр-бейеүгә, шиғыр һөйләүгә маһирҙар өсөн бүләктәр ҙә әҙерләнгән.  Бөйөк Устюг ҡунаҡтары күңеленә Башҡортостан балларының оҫталығы ла, башҡорт тирмәһе лә  хуш килгән.
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән аралашыу өсөн сират ҙур, әммә барыһы ла тыныс ҡына үҙ ваҡытын көтә.  Ни тиһәң дә,  бындай тылсымлы мәл көн һайын тәтемәй.
Ҡыш бабайҙың тирмәһе 10 ғинуарға тиклем эшләй.  Ишембай  районында асылған майҙан ҡунаҡтарҙы көтөп ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку