Башҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе

Башҡортостан йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе 07.07.2014

73 йәшендә күренекле шағир һәм балалар яҙыусыһы, драматург Сафуан Әлибай арабыҙҙан китте.

73 йәшендә күренекле шағир һәм балалар яҙыусыһы, драматург Сафуан Әлибай арабыҙҙан китте.

Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылда Салауат районының Тирмән ауылында тыуған. 7-се синыфты тамамлағандан һуң, Белорет районының Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Сафуан Әлибай «Башҡортостан пионеры», «Ағиҙел» баҫмаларында баш мөхәррир , З.Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры булып эшләй. Уҡыусыға ул тәү сиратта балалар өсөн әҫәрҙәр авторы булараҡ яҡшы таныш. Уның драма әҫәрҙәре Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында сәхнәләштерелә, шиғырҙарына тиҫтәләрсә йырҙар ижад ителгән. Ижади оҫталығы өсөн Сафуан Әлибаев Ғ.Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә, 1996 йылда «Тылсымлы шар» китабы өсөн ЮНЕСКО-ның Ганс Христиан Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы дипломына лайыҡ була. Шағирҙың исеме «Рәсәйҙең арҙаҡлы кешеләре» энциклопедияһына ла индерелгән. Шәхес менән хушлашыу бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһЫнда үтте.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку