Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының «Республикала гражданлыҡ йәмәғәте торошо» темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдәре дауам итә

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының «Республикала гражданлыҡ йәмәғәте торошо» темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдәре дауам итә 16.01.2015

Уның сиктәрендә барлығы биш кәңәшмә үтәсәк, уларҙың һөҙөмтәһе буйынса йыллыҡ доклад әҙерләнә.

Ултырыштарҙа йәмәғәт ойошмалары, закондар сығарыусы һәм башҡарыусы власть вәкилдәре, ғалимдар ҡатнаша. Бөгөнгө фекер алышыу киң мәғлүмәт сараларының  ижтимағи тормоштағы  роленә арналғайны. Йәмәғәт палатаһы ағзалары аңлатыуынса, тәү сиратта халыҡты мәғлүмәттең дәлилле һәм дөрөҫ булыуы борсой. Бынан тыш, билдәле булыуынса Рәсәй телевидениеһы 2015 йыл аҙағына тиклем һанлы форматҡа күсә. Төбәк каналдар был йәһәттән ҡыйынлыҡ кисереүе бар. Ултырышта ҡатнашыусылар белдереүенсә, халыҡ матбуғат сараларының мәсьәләләренә лә битараф ҡалмай. Йәмәғәт палатаһының йыллыҡ докладын был форматта әҙерләүе тәү тапҡыр. Ул документты әҙерләүҙә мөмкин тиклем күберәк кеше ҡатнашыуға йүнәлтелгән.  
Рәмил Бигнов, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы рәйесе: «Быға тиклем Йәмәғәт палатаһы доклады ниндәйҙер кимәлдә ябыҡ кабинеттарҙа әҙерләнә ине тиергә лә була. Хәҙер республика тормошоноң киләсәген билдәләрҙәй документ киң йәмәғәтселек тарафынан  тикшерелә. Ултырыштарҙа ҡатнашыусы һәр кем үҙенең тәҡдимдәрен индерә аласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика