Башҡортостан Волга буйы федераль округында көньяҡ-көнсығыш Украина ҡасаҡтарын ҡабул итеү буйынса эште иң яҡшы ойоштороусы төбәк тип танылды

Башҡортостан Волга буйы федераль округында көньяҡ-көнсығыш Украина ҡасаҡтарын ҡабул итеү буйынса эште иң яҡшы ойоштороусы төбәк тип танылды 16.01.2015

Был турала республика буйынса баш федераль инспектор Андрей Чечеватов белдерҙе.  Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса,   Башҡортостан былтыр Украинанан 6 мең ярым самаһы  мәжбүри күскенсене ҡабул иткән. Мәшғүллек үҙәктәренә  2 мең 300 кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың күбеһе бөгөнгә эш урындары менән тәьмин ителгән.  Ҡасаҡтарға  республика бюджетынан 3 миллион 800 мең һум күләмендә  матди ярҙам күрһәтелгән.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика