Башҡортостан Украинанан 5 мең ҡасаҡты ҡабул итәсәк

Башҡортостан Украинанан 5 мең ҡасаҡты ҡабул итәсәк 26.07.2014

Бөгөн Рәсәйҙә 150 меңдән ашыу мәжбүри күскенсе иҫәпләнә. Улар башлыса Ростов, Белгород, Воронеж өлкәләрендә тупланған. ҡасаҡтарҙың йәшәйешен тәьмин итеүгә был төбәктәрҙең хәле етмәй. Шуға ла ил Хәкүмәте Рәсәйгә һыйыныусыларҙы төбәктәргә таратыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Бөгөн Рөстәм Хәмитов Украинанан килеүселәрҙе республикала урынлаштырыу мәсьәләһенә арналған селектор кәңәшмәһен үткәрҙе.

Украиналағы ҡан ҡойош матбуғат сараларында көнүҙәклеген юғалтмай. Мәғлүмәттәргә ярашлы Украина менән сиктәш Рәсәй төбәктәрендә 150 меңдән ашыу ҡасаҡ тупланған. Был ағым кәмергә уйламай. Ошондай шарттарҙа Рәсәй Хөкүмәте мәжбүри күсенеүселәрҙе илдең бар төбәктәренә таратыу хаҡында ҡарар ҡабул итте. Һәр субьектҡа айырым квота билдәләнгән. Башҡортостан 5 мең ҡасаҡты ҡабул итергә тейеш. Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә үткән селектор кәңәшмәһендә бар ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Уларҙы урындарға билдәләнгән квоталар менән таныштырып үттеләр. Иң күп ҡасаҡты Стәрлетамаҡ ҡабул итәсәк - 240 кеше. Салауат - 230, Нефтекама менән Октябрьский 210-шар ҡасаҡты һыйындырырға тейеш. 140 кеше Күмертауға, 120-шәр кеше Сибай, Бәләбәй һәм Ишембайға ебәреләсәк. Белорет, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Мәләүез, Туймазы, Учалы һәм Яңауыл райондары 110-шар мәжбүри күсенеүсене ҡабул итергә тейеш. Баймаҡ һәм Дәүләкән райондары йөҙөшәр кешене һыйындырырға әҙер. Ҡалған райондар өлөшөнә 50-60 ҡасаҡ тура килә. Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Бөгөн республикала Украинанан үҙ аллы һәм махсус рейс менән килгән 1027 кеше һанала. Шуларҙың 267-һе балалар. Һәм уларҙы урынлаштырыу, йәшәйешен тейешле кимәлдә тәьмин итеүгә көсөбөҙ, аҡылыбыҙ һәм миһырбанлығыбыҙ етер тип ышанам». Ҡасаҡтар менән эшләүгә күпселек райондар тотонған да инде. Әммә артта һөйрәлеүселәр ҙә бар. Улар Бәләбәй, Балаҡатай, Благовещен, Ғафури, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә, Шишмә райондары һәм Нефтекама ҡалаһы. Кәңәшмәлә был эшкә ябай халыҡтың әүҙем ҡушылыуы ла билдәләнде. Улар ваҡытлыса йәшәп торорға үҙ йорттарын тәҡдим итә. Ҡасаҡтар өсөн махсус рәүештә фатирҙарҙы ҡуртымға алыусылар ҙа юҡ түгел. Рөстәм Хәмитов был башланғыстарға һәр яҡлап хупларға һәм ярҙам итергә ҡушты. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан 287 мең ҡасаҡты һыйындыра. Әлеге һандар менән сағыштырғанда был әллә ни күп тә түгел кеүек. Бар доньяһын ташлап ҡасырға мәжбүр булған ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ололар әле ярҙамға һәм шәфҡәтлелеккә дусарлығын аңлатаһы түгелдер. Шуға ла кәңәшмәлә мәжбүри күскенселәрҙе ҡаршы алыуҙа, урынлаштырыуҙа ҡытыршылыҡтар булырға тейеш түгел тип тағы ла бер билдәләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку