Башҡортостан сәнғәте һәм мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Башҡортостан сәнғәте һәм мәҙәниәте  ауыр юғалтыу кисерҙе 30.09.2015

39 йәшендә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, билдәле йырсы, республика конкурстары лауреаты Сулпан Кейекбирҙина арабыҙҙан китте.  

Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағас, Сулпан Кейекбирҙина «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөнә эшкә килә. Башҡорт халҡының оҙон көйҙәре һәм шаян йрыҙарын, шулай уҡ башҡорт композиторҙарының романстары һәм арияларын, эстрада йырҙарын сағыу башҡарыусы булараҡ ул  фольклор-эстрада төркөмө репертуарын байытыуға ҙур өлөш индерә. Быйыл Сулпан Кейекбирҙина «Сармат» эстрада төркөмөндә эшкә күскән була. Хеҙмәттәштәре билдәләүенсә,  Сулпан Кейекбирҙина йөҙөндә республика сәнғәте Рәсәй кимәлендә башҡорт вокалын пропагандалаусы һәләтле йырсыны юғалтты. Сәхнә оҫтаһының өс балаһы тороп ҡалды.  Мәрхүмә менән хушлашыу иртәгә тыуған ере - Баймаҡ районында үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку