Башҡортостан Республикаһындағы милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр социология көҙгөһөндә 03.11.2016

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләгәндә Мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеү үҙәге ошондай  исем менән  тәүге  конференция үткәрҙе.

Был  үҙәк  2015  йылда ойошторола. Асылғандан алып  башҡарылған социологик эҙләнеүҙәр һөҙөмтәләре лә үҙенсәлекле. Тәүге конференцияла төрлө конфессиялар һәм  ижтимағи милли ойошмалар етәкселәре сығыш яһаны. 22 төрлө дин,160 милләт йәшәгән Башҡортостанда 12 дини үҙәк эшләй. Бындай шарттарҙа нисек итеп милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр ҡорорға һәм  ошоға тиклем йәшәп килгән берҙәмлекте һәм татыулыҡты һаҡларға? Конференцияла ҡатнашыусылар ошо һәм башҡа бик күп социаль мәсьәләләргә туҡталды.
Башҡортостанда быуаттар дауамында төрлө милләт вәкилдәре дуҫ, татыу ғүмер итә. 160 милләт вәкиле йәшәгән ерҙә дин һайлау иреклеге һаҡлана. Дуҫлыҡ, берҙәмлек кеүек изге төшөнсәләр бөтә телдәрҙә лә аңлайышлы һәм ғорур яңғырай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика