Башҡортостан Рәсәйҙә гәзит-журналдар уҡыу буйынса беренсе урын биләй

Башҡортостан Рәсәйҙә гәзит-журналдар уҡыу буйынса беренсе урын биләй 29.04.2015

Бөгөн республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы  йыл һөҙөмтәләрен барлап киләсәккә бурыстар билдәләне.

Ваҡытлы матбуғат саралары  йәмғиәттә мәғлүмәт алыу буйынса төп сығанаҡ булып тора. Шуға ла уны ҡулланыу төрҙәре лә йыш үҙгәрә. Республикала журналистарҙың оҫталығын күтәреү буйынса әүҙем эш алып барыла, даими уҡытыуҙар уҙғарыла. Был мәғлүмәтте халыҡҡа заманса  еткереү төрҙөренә төшөнөргә, матбуғат сараларының кимәлен күтәрергә ярҙам итә. Башҡортостанда мәғлүмәт алыу буйынса телевидение беренсе урында тора. Икенсе урында - интернет селтәре, унан һуң матбуғат баҫмалары килә. Былтыр гәзит-журналдарҙың дөйөм тиражы 67 миллион данаға еткән.Ләкин был 2013 йыл менән сағыштырғанда, 14 процентҡа кәмерәк. Был матбуғатҡа яҙылыу хаҡының икеләтә артыуы менән бәйле. Башҡортостан хөкүмәте проблеманы хәл итеү өсөн киң мәғлүмәт саралары баҫмаларын нәшер итеүсе предприятеларҙы үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар сығарҙы. Үҙгәрештәр республиканың 103 дәүләт унитар һәм ҡаҙна предприятиеларына ҡағылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку