Башҡортостан мосолмандары Сәғүд Ғәрәбстанынан алыҫ сәфәрҙән әйләнеп ҡайтты

Башҡортостан мосолмандары Сәғүд Ғәрәбстанынан  алыҫ сәфәрҙән әйләнеп ҡайтты 12.10.2015

Быйыл Иглин районда йәшәүсе Абраровтар ғаиләһенә хажға барыу насип иткән.

Халыҡ-ара Өфө аэропортында алыҫ сәфәрҙән ҡайтҡан Абраровтарҙы улдары ҡаршы алды. Хаж ҡылыусылар   изге ерҙәрҙе күреп тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына ҡыуана. Был аңлашыла, сөнки быйыл  хаж мәлендә Сәғүд Ғәрәбәстаныда ике  фажиғә теркәлде, береһендә мосолмандар өҫтөнә Әл-хара мәсетенән төҙөлөш  краны ауып ғүмерҙәр өҙөлөлдө, икенсеһендә   Мина уйһыулығында кешеләр бер-береһен тапап ҡорбан булды  .  Шөкөр бәхетһеҙ осраҡтар беҙҙе ситләп үтте, бай тәьҫораттар менән ҡайттыҡ, ти Абраровтар.
Абраровтар  хаж ҡылыу хаҡында һуңғы биш йыл буйы  хыялланған. Быйыл ниһайәт  уларҙың ниәте ғәмәлгә ашҡан. Алтмыш йәшәр юлдан ҡайтһа алты йәшәр күрә килер тигән һымаҡ,  изге ерҙәргә сәфәр ҡылған   Абраровтарҙы күрергә бар туғандары, яҡындары  йыйылды.  Ғаилә Ғәрәбстандан бар яҡындарына бүләктәр,  күстәнәскә сүллектә Исмәғил ғәлиәссәләмдең аяҡ аҫтынан урғылып сыҡҡан зәм-зәм һыуы ла алып ҡайтҡан.
Мосолмандар   Мәккә күстәнәстәренән ауыҙ итте, юл тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Хужалар әйтеүенсә,  хаж ҡылыу  ҡулынан килгән һәр мосолмандың изге бурысы. Беҙ был ғәмәлде башҡарып сығыуыбыҙға шатбыҙ, ти Абраровтар.  Өс тапҡыр хаж ҡылған  Зәбирә Хажиева әйтеүенсә,  был сәфәр кешене сабырлыҡҡа, изге ғәмәлдәргә өйрәтә.  Өлкәндәргә алыҫ юл  ауыр бирелә, шуға күрә һәр мосолманға фарыз был бурысты йәш саҡта уҡ үтәп ҡуйыу яҡшы.
Ҡөрьән ашы бергәләп  намаҙ уҡыу менән тамамланды.   Мосолмандар был табындан  күңелдәре  тулып, бай тәьҫораттар менән таралышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку