Башҡортостан мәҙәниәте һәм журналистикаһы ауыр юғалтыу кисерҙе

Башҡортостан мәҙәниәте һәм журналистикаһы ауыр юғалтыу кисерҙе 23.06.2015

Оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң Башҡортостан телевидениеһы ветераны, билдәле музыка белгесе Сәлиха Ишбулды ҡыҙы Буранғолова арабыҙҙан китте.    

Сәлиха Буранғолова 1957 йылдың 5 апрелендә Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылында тыуа. 1990 йылда Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағандан һуң, Сәлиха Ишбулды ҡыҙы  Башҡортостан телевидениеһына эшкә килә. Телевидение студияһының музыкаль тапшырыуҙар һәм иртәнге «Сәләм» программаһының музыкаль мөхәррире вазифаһында Сәлиха Ишбулды ҡыҙы мәҙәниәт күгендә йәш таланттар асыуға, тапшырыуҙарҙың музыкаль биҙәлешен камиллаштырыуға күп көс һала. Тамашасылар бигерәк тә уның яңы исемдәр, яңы йырҙар менән таныштырған «Премьера» программаһын яратып ҡабул итә. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем Сәлиха Ишбулды ҡыҙы телевидение тормошо менән янып йәшәне, аяуһыҙ сир менән туҡтауһыҙ көрәште. Сәлиха Буранғолова иртәгә тыуған ауылы - Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылында ерләнә. Ысын дуҫ, һәләтле журналист һәм һоҡланғыс кеше, хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙҙең яҡты иҫтәлеге күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.        

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку