Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе 12.05.2016

76-сы йәшендә билдәле башҡорт композиторы, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Кәримовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Айрат Кәримов 1941 йылда танылған композитор Таһир Кәримовтың ғаиләһендә тыуа. Өфө сәнғәт училищеһының фортепиано бүлеген, Урал дәүләт консерваторияһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиторҙар бүлеген тамамлай. Айрат Кәримовтың ижадында хор, симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәр, шулай уҡ вокал-инструменталь музыка мөһим урын алып тора. Композитор театр сәхнәһе өсөн көйҙәр ҙә ижад итә. Уның Мостай Кәрим әҫәре буйынса «Ҡыҙ урлау» балеты,  Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына арналған «Ҡаһарманлыҡ» әҫәре, Хәким Ғиләжевтың «46 һалдат» поэмаһы буйынса симфоник картиналары киң танылыу яуланы.
Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә сәғәт 11-ҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бинаһында, Зәки Вәлиди урамы, 34-се йортта үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика