Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе 08.10.2015

93-сө йәшендә РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт топера һәм балет театры солисы, күренекле йырсы Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова арабыҙҙан китте.

Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова 1922 йылдың 20 ноябрендә хәҙерге Саҡмағош районының Иҡсан ауылында донъяға килә. Нигеҙ һалынған көнөнән алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. 40-сы йылдар башында «Евгений Онегин» операһында Ольга партияһын башҡарып, тиҙ арала танылыу яулай. Тәүгеләрҙән булып башҡорт композиторҙары операларында төрлө партиялар башҡара. Сәхнә йондоҙо боронғо башҡорт йырҙарын оҫтаһы булыуы менән дә билдәле. Мәрхүмә менән хушлашыу 9 октябрҙә иртәнге сәғәт унда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку