Башҡортостан Мәҫкәүе

Башҡортостан Мәҫкәүе 12.05.2015

Мәскәүгә оҡшаш исемде йөрөткән данлыҡлы ауыл Дүртөйлә районының данын һәм шөһрәтен бермә-бер арттыра. Мәҫкәүлеләрҙең, үҙ «Еңеү паркы» ла бар. Бөйөк Ватан һуғышына арналған стела капиталь ремонттан һуң тантаналы шарттарҙа асылды.

Ауылдың йәме булған парктағы стела асылыуын кешеләр түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Төҙөкләндереү эштәре барышын айы-көнө менән күҙәтте улар. Шуның өсөндөр ҙә инде уны асыу тантанаһына ауылда йәшәүсе һәр кем тиерлек килде. Ремонт эштәре район өсөн бик ҡиммәткә төшөргә тейеш ине. Газ сығарыусы предприятиеларҙың ярҙамы бик ваҡытлы булды. Район хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллин илебеҙ халҡының Еңеүҙе үтә лә ҙур ҡорбандар биреп яулағанын тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө.
Ринат Хәйруллин,  Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы: «Беҙ совет кешеләренең 27 миллионын юғалттыҡ. Районыбыҙҙан фронтҡа киткән 11 меңдән ашыу кешенең яртыһы тиерлек ҡайта алманы. Яугирҙар рухы алдындағы бурысты уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү аша ғына ҡайтара алабыҙҙыр. Был стела тап шуның өсөн ҡуйылды ла инде».    
Яңыртылған парк күңелдәргә хуш килде. Фронтта ятып ҡалған яҡташтар рухы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Стеланы яңыртырға ярҙам итеүселәр киләсәктә был парктың кешеләрҙең иң яратҡан, ә өйләнешеүсе парҙарҙың  сәскә һалыу урыны буласағына ышаныс белдерҙе.
Ауыл уртаһында мөһабәт мемориал тора. Бөйөк Еңеү өсөн йәнен-тәнен аямай һуғышҡандар иҫтәлеген ул урындағы халыҡтың да, ауыл аша үтеп йөрөүселәрҙең дә  һәр ваҡыт иҫенә төшөрөп торасаҡ.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку