Башҡортостан лимонарийы асылыуға бөгөн 25 йыл 29.10.2015

Рәсәйҙә ул иң ҙур лимонарийҙар иҫәбендә. Сирек быуат элек беҙҙең илгә хас климат шарттарында экзотика булдырыу мөмкин түгел тигән шик хәҙер артта. Әле бында 2 гектар ерҙә 19 сорт лимон үҫтерелә.

Уңыш 20-25 тоннаға етә. Беҙҙең шарттар өсөн яҡшы күрһәткес. Үҙебеҙҙең салауат, урман, ләйсән, зилә, уралтау тигән сорттар ҙа бар. Былар барыһы ла Рәсәй дәүләт реестрында теркәлгән.
Башҡортостан лимонарийы тарихы Үзбәкстандан килтерелгән ике сорттан башлана. Республикабыҙҙың ҡырыҫ климат шарттарына ҡарамаҫтан, Үзбәкстан лимонарийының күсермәһе булдырыла. Тәжрибә уртаҡлашыу әле лә дауам итә.
Нуретдин Фәхретдинов, Ташкент дәүләт аграр университетының еләк-емеш, йәшелсә һәм виноград үҫтереү кафедраһы доценты:  «Фәриҙә Вәли ҡыҙы менән эшләүе оҡшай, сөнки унда цитрустарҙың  яңы сорттары бар. Артабан да хеҙмәттәшлек ептәрен өҙмәҫкә ине. Үзбәкстан ерендә Өфөлә үҫкән лимон сорттарын үҫтерергә ниәтләнәм».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика