Башҡортостан халҡы төп дәүләт байрамдарының береһе-республика көнөн билдәләне

Башҡортостан халҡы төп дәүләт байрамдарының береһе-республика көнөн билдәләне 12.10.2015

Баш ҡала майҙандарында төрлө  күңел асыу саралары, күргәҙмәләр ойошторолдо.  Һөйөклө Башҡортостаныбыҙҙы тыуған көнө менән ҡотлап кискеһен салют яңғыраны. Көндөң сағыштырмаса һалҡын тороуына ҡарамаҫтан халыҡ та был сараларҙан ситтә ҡалманы.

Совет осоронда халыҡ яратып кейгән аяҡ кейемен әле лә һатып алырға мөмкин. Шәхси эшҡыуар Андрей Григорьев кейеҙҙән тегелгән бутыйҙар етештереүҙе яйға һалған. Бөтә продукция ҡулдан эшләнә, шуға ла сифаты юғары ти йүнсел. Бындай аяҡ кейеме  уникаль, минән башҡа етештереүселәрҙе белмәйем ти Андрей.
Андрей Григорьев, эшҡыуар: «Минең һатып алыусыларым араһында төрлө ведомстволар хеҙмәткәрҙәре күп, сөнки кейеҙ бутый тиҙ генә туҙып бармай, һыу ҙа үткәрмәй. Аяҡ кейемебеҙҙе Мәскәүҙә ҙур теләк менән алалар, сит илдәргә лә һатабыҙ хата».
Андрей Григорьев шулай уҡ үҙе етештергән күн итектәр менән Кремль ҡарауыл  полкын да тәьмин итә. Өфөлә иһә үҙ продукцияһын ул «Оҫталар ҡаласығы» сиктәрендә күрһәтә алды. Республика көнө уңайынан Ленин майҙанында төрлө кәсеп эйәләре йыйылды. Биҙәүестәр, ҡумталар, сувенирҙар-күргәҙмәгә килеүселәр битараф ҡалманы.
Өҫтәүенә майҙанда йыр һәм бейеүҙән торған сағыу тамаша ойошторолдо. Көн һалҡынса тороуға ҡарамаҫтан халыҡ өйҙәренә ашыҡманы, майҙанда  рәхәтләнеп ял итте, аралашты.
Әлбиттә, республика көнө байрам концерты һәм салют менән генә сикләнмәй. Был көндөң әһәмиәте  25 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан   һис кенә лә кәмемәй. 90 йылдар башындағы ҡыйыу аҙым республиканың тотороҡло үҫешенә нигеҙ һалды. Башҡортостан бөгөн Рәсәйҙең терәк төбәктәренең береһе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку